Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде
Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде Был хаҡта бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров белдерҙе. Һуңғы ете йылда Искәндәр Рәүеф улы Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары вазифаһын биләне, 2025 йылдың авгусынан уға дәүләт органы етәксеһе вазифаһын башҡарыу бурысы йөкмәтелде.
191 просмотров