Баҡалы районында ремонтланған күпер ваҡытынан алда сафҡа инәсәк
Баҡалы районында ремонтланған күпер ваҡытынан алда сафҡа инәсәк Туҡбирҙе ауылындағы йылғаның ике ярын тоташтырыусы ҡоролма яңынан төҙөлә тиергә лә мөмкин. Сөнки төҙөүселәр терәүҙәрҙе һәм урҙаларҙы яңынан эшләгән. Объект Баҡалы, Саҡмағош һәм Кушнаренко райондарын тоташтырыусы мөһим транспорт артерияһының бер өлөшө. 40 метрҙан ашыу оҙонлоҡтағы күперҙә транспорт хәрәкәте өсөн ике һыҙат, шулай уҡ йәйәүлеләр үткәүеле буласаҡ.