БСТ-ның күсмә студияһы халыҡ һорауҙарын яҙҙырыу өсөн Белоретҡа юлланды
БСТ-ның күсмә студияһы халыҡ һорауҙарын яҙҙырыу өсөн Белоретҡа юлланды Республикаға идара итеү үҙәге менән БСТ телеканалының күсмә студияһы Белоретҡа юлланды. Төп бурыс-халыҡ менән шәхсән аралашыу, уларҙың проблемаларын тыңлау һәм 11 ноябрҙә үтәсәк тура бәйләнешкә видеоһорау төшөрөү. Мобиль студия иртәгә ҡаланың Карл Маркс урамы, 70 а адресы буйынса урынлашҡан «Металлург» кинотеатрында иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем эшләй. Хеҙмәткәрҙәр килгән халыҡҡа һорау төҙөргә, анкета тултырырға һәм мөрәжәғәтте яҙып алырға ярҙам итәсәк.