Башҡортостанда «Үҙ бизнесым» программаһында ҡатнашыусы икенсе төркөм уҡытыла башланы
Башҡортостанда «Үҙ бизнесым» программаһында ҡатнашыусы икенсе төркөм уҡытыла башланы Проект икенсе йыл рәттән уҙғарыла. Ул хәрби хәрәкәттәр ветерандарына,махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ветерандарға һәм уларҙың ғаиләләреннә тәғәйенләнә. «Үҙ бизнесым» программаһы Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы», «Ватанды һаҡлаусылар»фонды, «Рәсәй терәге» менән берлектә ғәмәлгә ашырыла. 37 ғариза биреүсе проектта ҡатнашыуын раҫлап, белем ала башлаған.