Темәстә "Иң яҡшы сәскә үҫтереүсе -2026" конкурсына старт бирелде. Бөгөн комиссия ағзала...
Темәстә "Иң яҡшы сәскә үҫтереүсе -2026" конкурсына старт бирелде. Бөгөн комиссия ағзалары эшлекле осрашыуҙа конкурстың положениеһын раҫланы. Өсөнсө йыл рәттән ойошторолоп килгән был матур конкурс йылдан-йыл Темәс ауылында иң күркәм хужалыҡтарҙы асыҡлай. Комиссия ағзалары июнь, июль, август айҙарында йөрөйәсәк, критерийҙарға ярашлы сәскәләр композицияларын, ишек алдарының бөхтәлеген, декоратив элементтарҙың ҡулланыуын баһалай. Еңеүселәр йәй аҙағында билдәләнәсәк!