Түбәнге Яйыҡбай ауылының абруйлы аҡһаҡалы Хисмәтулла Дәүләтҡол улы, үҙенең ғүмер байрам...
Түбәнге Яйыҡбай ауылының абруйлы аҡһаҡалы Хисмәтулла Дәүләтҡол улы, үҙенең ғүмер байрамын - 80 йәшлек юбилейын билдәләне.Ул тормош юлдашы Фәүҡинур Шәрифулла ҡыҙы менән бергә 55 йылдан ашыу бер- береһен аңлап, хөрмәт итеп матур ғүмер кисерә. 4 балаға ғүмер биреп, 5 ейән- ейәнсәргә бәхетле ҡартатай- ҡартәсәй булып, уларҙың ҡыуаныстарын күреп йәшәйҙәр. Юбилярҙы ауыл активы тәбрикләп, ауыл биләмәһе хакимиәтенең Рәхмәт хатын һәм бүләген тапшырҙы.Мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Фәүҡинур Шәрифулла ҡыҙы район ветерандар советының Маҡтау грамотаһына һәм бүләгенә лайыҡ булды. Хеҙмәт ҡаһармандарын ысын йөрәктән ҡотлайбыҙ!