"Экологик өмәләрҙе дауам итеп, йылға буйҙарын сүп-сарҙан таҙалап сыҡтыҡ. Ҡышҡы һалҡында...
"Экологик өмәләрҙе дауам итеп, йылға буйҙарын сүп-сарҙан таҙалап сыҡтыҡ. Ҡышҡы һалҡындар башланыу менән ике урам араһындағы йылғаның боҙо туңып, шәре сығып, шәхси хужалыҡтарға хәүеф тыуҙыра. Ошондай өмәләрҙә ихлас ҡатнаша басайҙар, бер - береһен ҡеүәтләп дәртләнеп эшләйҙәр. Ололар менән бер рәттән каникулға ялға килгән балаларҙың да ҡуша йөрөүе ҡыуаныслы, улар тәртипкә, таҙалыҡҡа өйрәнә. Өмәгә ҡатнашыусыларға барыһына ла ҙур рәхмәт.Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Һәр ваҡыт шулай дәртле, ярҙамсыл, берҙәм булайыҡ, ауылдаштар!" - тип хәбәр итте басайҙар. Афарин!