🇷🇺22 август Рәсәй флагы көнө билдәләнә. Шул уңайҙан Мерәҫ ауылында мәҙәниәт йорто һә... — 22 августа 2026 г. в 16:58:02.928
🇷🇺22 август Рәсәй флагы көнө билдәләнә. Шул уңайҙан Мерәҫ ауылында мәҙәниәт йорто һәм китапхана " Рәсәй флагы - беҙҙең ғорурлығыбыҙ " тип аталған патриотик сара уҙғарҙы. Балалар Рәсәй флагының тарихы, төҫтәренең нимә аңлатыуы тураһында төплө мәғлүмәт алды. Символдар хаҡындағы викторина һорауҙарына балалар ихлас яуап биреп, бүләк һәм күстәнәстәр алып ҡыуанды.Уларға шәхси эшҡыуар З.Н. Әбүбәкирова тәмлекәстәр әҙерләгәйне. Сараның һуңында Рәсәй тураһындағы рухлы йырға күмәкләшеп флешмоб бейенеләр.

