МХО - ла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә сираттағы гуманитар ярҙамды әҙерләнек. Посылкаларға "... — 27 августа 2026 г. в 18:07:59.469
МХО - ла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә сираттағы гуманитар ярҙамды әҙерләнек. Посылкаларға "Ҡурай", "Гөлназ", " Аҡсарлаҡ" магазиндарына ҡуйылған "Изгелек ҡумта"ларына ауылдаштар тарафынан һалынған һәм ағинәйҙәр әҙерләгән әйберҙәр (сәй, төрлө консервалар, кондитер ризыҡтары, носкиҙар, эш бирсәткәләре, гигиена кәрәк - яраҡтары) тупланды. Мөхәмәтйәнова Суфия, Сирғәлина Әлфирә госпиталь өсөн әйберҙәр алып килделәр. Ярҙам күрһәткән ауылдаштарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе юллайбыҙ, уларға сәләмәтлек теләйбеҙ. " Ағинәйҙәр" ойошмаһы етәксеһе Көнһылыу Сөләймәнова.

