Таулыҡай ауылының "Ағинәйҙәр" ойошмаһы биләмәнең һәм райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ...
Таулыҡай ауылының "Ағинәйҙәр" ойошмаһы биләмәнең һәм райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, бер саранан да ситтә ҡалмай. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы проекттарын урындарҙа тормошҡа ашырыуға ла улар тос өлөш индерә. "Һаҡмар" гәзитен пропагандалау һәм халыҡ араһында таратыуҙа ла ағинәйҙәрҙең хеҙмәте ҙур. Киләһе ярты йыллыҡҡа ла улар дәррәү яҙылды һәм эстафетаны Сыңғыҙ ағинәйҙәренә тапшырҙы. Ҙур рәхмәт һеҙгә, ағинәйҙәр!