Һеҙҙекеләр баҫамы ни? Үәт, өмөтбайҙар баҫа!
Һеҙҙекеләр баҫамы ни? Үәт, өмөтбайҙар баҫа! Өмөтбай ауылының Әлфиә Сәғәҙәтова ойошторған "Дәртле" бейеү ансамбле бына ун ике йылдан ашыу инде халҡыбыҙҙың бейеү сәнғәтен пропагандалау, милләттәштәребеҙгә еткереү буйынса ҙур эш алып бара. Был видеола ансамбль Әбйәлил районының Әбделғәзе ауылында махсус рәүештә саҡырыу буйынса ҙур концерт программаһы менән сығыш яһай. Милли колорит, ысын башҡорт рухы һәм дәрт бөркөлөп тора бейеүселәрҙән, уларҙың һәр сығышы тамашасыны хайран ҡалдыра.Бөгөн дә "Дәртле" ансамбле милләтебеҙгә лайыҡлы хеҙмәт итә.Артабан да ижади уңыштар һеҙгә!