Ниғәмәт ауыл мәҙәниәт йортонда Республика көнөнә арналған бик матур, бай йөкмәткеле кон...
Ниғәмәт ауыл мәҙәниәт йортонда Республика көнөнә арналған бик матур, бай йөкмәткеле концерт ойошторолдо. Тамашаға йыйылған халыҡты ауыл хакимиәте белгесе Әлфиә Ишбулды ҡыҙы Иҙрисова байрам менән тәбрикләне. Рәмил Хәсәновтың ҡурай моңдары, Азамат Ишйәровтың, Илфат Йәмлихиндың, Нурбикә Сакинаның йырҙары, «Дарман», «Һаҡмар һандуғастары», «Наза» ансамблдәренең сығыштары, Зилә Абайдуллинаның үҙ ҡулдары менән теккән милли кейемдәр дефилеһы концертты биҙәне. «Иң төҙөк ауыл» конкурсы сиктәрендә үткәрелгән «Иң матур сәскә үҫтереүсе», «Иң шәп баҡса» конкурстарына йомғаҡ яһалды. Мәҙәниәт йортоноң ойоштороусыһы Илфат Йәмлихин республика тураһында ҡыҙыҡлы викторина ойошторҙо. Концерт алдынан үткәрелгән йәрминкәлә ауылдаштар көҙгө уңыш, һөт ризыҡтары, селек һ.б. менән сауҙа итте. Шулай уҡ яратҡан район гәзитебеҙ «Һаҡмар»ға яҙылыу ойошторолдо. Республикабыҙҙың төп байрамы уңайынан ойошторолған сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына рәхмәт белдерәбеҙ, һаулыҡ, бәхет, именлек теләйбеҙ! Гөлбикә Кейекбаева.