Әхмәр ауылында һуғышта һәләк булғандар һәм еңеү менән ҡайтҡандар иҫтәлегенә яңы обелиск...
Әхмәр ауылында һуғышта һәләк булғандар һәм еңеү менән ҡайтҡандар иҫтәлегенә яңы обелиск асылды Баймаҡ районының Әхмәр ауылында тантаналы мәл —Икенсе Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр һәм еңеү менән ҡайтҡан ата-бабаларыбыҙ иҫтәлегенә яңы обелиск асылды. Был изге эште башлап ебәреүселәр — Кәримов Фәнис һәм Мәтинов Азамат. Уларҙың тырышлығы, әүҙемлеге арҡаһында был ҡомартҡы төҙөлөп бөттө. Обелискыны асыу хоҡуғы тап ошо ике кешегә — Фәнис Кәримовҡа һәм Азамат Мәтиновҡа бирелде. Улар — был эштең башында торған, күп кенә ауырлыҡтарҙы еңеп, халыҡты берләштерә алған кешеләр. Ауыл халҡы был изге эшкә берҙәм булып ҡатнашты: кемдер аҡсаһын, кемдер көсөн-ваҡытын, кемдер ярҙамсыл ҡулын һалды.