#Тәңкәле_ҡыҙ_2026
#Тәңкәле_ҡыҙ_2026 Бөгөн Төркмән ауылында күренекле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың ижадына арналған «Тәңкәле ҡыҙ» район конкурсының төбәк этабы үтте. Унда Ишмөхәмәт, Кәрешкә, Иҫке Сибай, Төркмән, Күсей ауылдарынан йәмғеһе 6 башҡорт һылыуы ҡатнашты. Тамашасы һәм баһалама комиссияһы береһенән-береһе сағыуыраҡ сығыштарға тамаша ҡылды. Бәйгеселәр сәхнә түрен биҙәп бейене лә, оҫта итеп әҫәрҙәрен сәхнәләштерҙе, әҙәбиәт, фольклор, мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылған һорауҙарға дөрөҫ яуап биреп, белемдәрен күрһәтте. Ҡыҙҙарҙың стилләштерелгән кейемдәге дефиле сағыу тамашаға әйләнде. Саф башҡортса һөйләшкән, йөрәктәре «тыуған ерем, телем, әҙәбиәтем, халҡым» тип типкән ҡыҙҙарҙың һәр сығышы ихлас алҡыштар менән оҙатылып барҙы. Төбәк бәйгеһе йомғаҡтары буйынса 1-се урынды Иҫке Сибай ауылы һылыуы Ангелина Тукушева, 2-се урынды — Күсейҙән Зөлхизә Абдуллина, 3-сө урынды Ишмөхәмәттән Гөллирә Ишмөхәмәтова яуланы. Шулай уҡ Наҙгөл Үлйәбаева (Ишмөхәмәт) — «Сая ҡыҙ», Нурания Ирназарова (Кәрешкә) — «Өмөт», Диниә Йәнғәлина (Төркмән) — «Нәфислек» номинацияларында еңеү яулап, дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнделәр. Төбәк бәйгеһен йомғаҡлап, баһалама комиссияһы исеменән Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Гөлназ Сабирова бәйгеселәрҙең сығыштарына һоҡланыуын белдерҙе, матур теләктәрен еткерҙе һәм «Тәңкәле ҡыҙ» төбәк бәйгеһенең ойошҡанлы үтеүенә көс һалған һәр кемгә, шулай уҡ тамашасыларға рәхмәт әйтте. Бәйге сағыу һәм ойошҡанлы үтте. Уның барышында Төркмән ауылының үҙешмәкәр артистары, «Серҙәштәр» вокаль ансамбле һәм бейеүсе ҡыҙҙары сараға йәм өҫтәне.