Был аҙнала көндәр һалҡынайта
Был аҙнала көндәр һалҡынайта Был аҙнала республикала көндәрҙең аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Ай уртаһында +20 градус йылы торғандан һуң төбәккә һалҡын атмосфера фронты килә. Шишәмбе, 20 октябрҙә, төндә термометр бағанаһы 0 градусҡа тиклем төшә. Көндөҙ +6, +11° тирәһе була. Ел көнбайыштан. Шаршамбы, 21 октябрҙә, көндөҙ +9, +14 °, төндә +2, -3°. Был осорҙа яуым-төшөм көтөлмәй. “Башинформ”дан.