Бөгөн Мерәҫ ауылының "Еңеү" паркында Нәҙербаев Сәғит Әхмәҙиә улы иҫтәлегенә округтар ар...
Бөгөн Мерәҫ ауылының "Еңеү" паркында Нәҙербаев Сәғит Әхмәҙиә улы иҫтәлегенә округтар араһында футбол турниры үтте. Парк уйынсыларҙың, көйәрмәндәрҙең шат тауыштарынан гөрләп торҙо. Кескәйҙәр ҙә ситтә ҡалманылар был сәмле ярыштан, улар ҙа үҙ - ара көс һынаштылар. Уйын булғас, еңеүселәр ҙә була. Көсөргәнешле уйындан һуң 🥇1- се урынды - "Әпек" командаһы, 🥈2- се урынды - "Аҡминде" округы, 🥉3- сө урынды "Ирәндек", "С.Юлаев", "Парк" округы егеттәре командаһы яуланы. "Шишмә" округы егеттәре лә, йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, һынатманылар. Әлибәков Бәхтиәр - "Иң яҡшы ҡапҡасы", Ильясов Кинйә - "Иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһы" тип танылдылар. "Иң оло уйынсы" - Йәнтүрин Таһир Фәтхулла улы, "Иң йәш уйынсы" - Ғәлиев Рамаҙан, "Иң яҡшы һөжүмсе" - Нәҙербаев Айсыуаҡ, "Иң яҡшы уйынсы" - Нәҙербаев Хәйҙәр Әхмәр улы һәм "Иң яҡшы көйәрмән" исеменә Хоҙайбирҙин Алтынғужа Насибулла улы лайыҡ булды.Афарин! Атайҙар көнөндә атайҙары иҫтәлегенә ҙур турнир үткәреүсе, ауыл халҡына, йәштәргә, балаларға ҙур, файҙалы ял ойоштороусы Сәғит ағайҙың улдары Шәһит Сәғит улына һәм Батыр Сәғит улына, барыһын да ҡайнар сәй, йылы былау менән һыйлаусы ҡыҙы Юлиәгә, Рәсимә еңгәйгә, туғандарына, кейәү, килендәренә, якындарына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙгә ғаилә бәхете, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ! Рафиға Ғазина.