Перейти к содержимому
Максиметер

Баймаҡ еренең ғорурлығы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипов...

Баймаҡ еренең ғорурлығы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова – беҙҙең замандың тере классигы. Уның "Бөйрәкән" романы, "Тәңкәле ҡыҙ" повесы һәм башҡа бихисап әҫәрҙәре аша нисәмә быуын тәрбиәләнде. Әҙибәнең ижады бөгөн – халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы, ә геройҙары – тоғролоҡ һәм саф күңеллелек өлгөһө. 28 октябрҙә район мәҙәниәт йортонда Таңсулпан Ғарипованың 7 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы сығыуына арналған төбәк-ара "Тәңкәле ҡыҙ-2026" бәйгеһе уҙғарылды. Бығаса район кимәлендә генә үткән конкурс быйыл үҙенең сиктәрен киңәйтеп, төбәк-ара статус алды. Бәйгелә Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан килгән иң уңған, зирәк һәм дәртле ҡыҙҙар ҡатнашты. Бәйгенең иң хөрмәтле ҡунаҡтары – Таңсулпан Ғарипова һәм танылған яҙыусы, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире урынбаҫары Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай булды. Сағыу, тулҡынландырғыс һәм йәнле сара аҙағында Таңсулпан Ғарипова бөтә ҡатнашыусыларға үҙенең йылы рәхмәтен белдереп, иҫтәлекле бүләктәрен һәм яңы сыҡҡан 7-се том китаптарын тапшырҙы.

153 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

557 подписчиков · Новости

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.