Баймаҡ уҡсыһы Ғəфүр Рахманғолов Көньяҡ Кореяның Ульсан ҡалаһында Рəсəй йыйылма командаһ...
Баймаҡ уҡсыһы Ғəфүр Рахманғолов Көньяҡ Кореяның Ульсан ҡалаһында Рəсəй йыйылма командаһы составында йәйәнән уҡ атыу буйынса донъя чемпионатында ҡатнаша. Рəсəй Федерацияһының йыйылма командаһында шулай уҡ Дағстан, Ҡалмыҡстан, Кемеров, Байкал аръяғы өлкəләре, Бүрəт Республикаһы уҡсылары бар. Донъя чемпионатында үтə лə юғары конкуренция буласаҡ, сөнки 38 илдəн барыһы 700 уҡсы ҡатнаша. Рəсəй йыйылма командаһына һәм, әлбиттә, Ғәфүр Рахманғоловҡа уңыштар телəйбеҙ!