Перейти к содержимому
Максиметер

#Тарихта_был_көн

#Тарихта_был_көн #Баймаҡ_энциклопедияһы Бөгөн бейеүсе, балетмейстер, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зарифа Закир ҡыҙы АРАЛБАЕВА тыуған көн. Зарифа Закир ҡыҙы 1966 йылдың 1 ноябрендә Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында тыуған. 1983 йылда 29-сы Баймаҡ СПТУ-һын тамамлай. 1989 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Башҡортостан республикаһының мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлай. 1984 йылдан “Таналыҡ” колхозында эшләй. 1989 йылдан Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. 1992 йылдан Буранбай төп мәктәбенең бейеү түңәрәге етәксеһе. 1998 йылдан Балалар ижады үҙәгендә өҫтәлмә белем биреү педагогы. 1984-1994 йылдарҙа “Ирәндек” халыҡ бейеү ансамблендә солистка. “Дуҫлыҡ бейеүе”, “Ҡар һыуына барғанда”, “Аллаяр батыр”, “Фин полькаһы”, “Дала ҡыҙҙары”, “Яугирҙәр бейеүе” кеүек бейеүҙәр ҡуйған. “Еҙ үксә” ансамбленең ойоштороусыһы һәм етәксеһе.

82 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

557 подписчиков · Новости

Ещё по теме «Новости»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.