Яғалса урамы халҡы «Ҡойсаҡ» шишмәһенә яңы һулыш бирҙе
Яғалса урамы халҡы «Ҡойсаҡ» шишмәһенә яңы һулыш бирҙе Һәр ауылдың да үҙенең күрке, үҙенең йәне бар. Яғалса урамы өсөн бындай изге урын — «Ҡойсаҡ» шишмәһе. Оҙаҡ йылдар буйы шишмә ҡарауһыҙ ҡалған, ә быйыл урамдың әүҙем халҡы уны тергеҙергә ҡарар итте. Әйтергә кәрәк, Темәс ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар халҡы Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының "Сәләмәт ауыл", "Сылтыр шишмә", "Иң төҙөк ауыл" һәм башҡа проекттарында йыл да әүҙем ҡатнаша һәм "Ҡойсаҡ" шишмәһенә яңы һулыш биреү ҙә ошо эштәрҙең дауамы булып тора. Бергәләп эшләгәндә эш тә бар, күңел дә йылы. Урам халҡы шишмәне матур итеп кәртәләп алды, һыу сыҡҡан еренә торба һалды. Материал өсөн сығымдарҙы бергәләп ҡапларға булдыҡ: һәр өйҙән икешәр мең һум йыйырға тигән ҡарарға килдек. Был аҡсаға кәрәкле материалдар һатып алынды. Эштең ауыр өлөшөн Урал Ишмәтов үҙ өҫтөнә алды — ул ямобур менән ҡаҙып бирҙе. Азамат Таштимеров үҙенең "Камазы» менән материалдарҙы ташып килтерҙе. Ҡалған эштәр күмәкләп башҡарылды: кемдер таш йыйҙы, кемдер кәртә ҡаҙаҡланы, кемдер ярҙамсы булды. Урамдың ҡатын-ҡыҙҙары тәмле аштары, сәйҙәре менән дә һыйланы. Күмәкләгән эш тиҙ ҙә, сифатлы ла килеп сыҡты. — Шишмә — был беҙҙең уртаҡ байлығыбыҙ, — ти урам халҡы. — Уны һаҡлау, матурлау — барыбыҙҙың да бурысы. Бергәләп эшләгәс, күңел дә көр. Әлбиттә, эш бының менән генә тамамланмаясаҡ. Өлгөрһәк, шишмәне буяп та ҡуясаҡбыҙ, тирә-яғына ағас та ултыртасаҡбыҙ, Аллаһ бирһә. Урам халҡының был башланғысы башҡаларға ла өлгө булыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Айгөл Байрамғолова, Темәс ауыл биләмәһе башлығы.