”Осҡон” бүләк ит!” акцияһына билдәле ҡул эштәре оҫтаһы, “Әбйәлил оҫталары” клубы ағзаһы... — 11 июня 2026 г. в 09:28:17.774
”Осҡон” бүләк ит!” акцияһына билдәле ҡул эштәре оҫтаһы, “Әбйәлил оҫталары” клубы ағзаһы Гәүзәрә Мөхәмәтйәрова ҡушылды. Гәүзәрә Ишбулды ҡыҙы Тал Ҡусҡары ауылында йәшәгән хөрмәтле сәсәниә, педагогия хеҙмәт ветераны Гөлнур Мамлиеваға 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына “Осҡон” гәзитен бүләккә яҙҙырҙы. Изге эшегеҙ үҙегеҙгә йөҙләтә артып ҡайтһын! “Осҡон”бүләк ит!” акцияһына ҡушылырға теләүселәрҙе редакцияла көтөп ҡалабыҙ, йәки 8-909-350-1945 телефонына шылтыратыуығыҙҙы һорайбыҙ!

