– “Урал батыр эпосы көнө” Республика башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылды.... — 11 июня 2026 г. в 06:52:35.466
– “Урал батыр эпосы көнө” Республика башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылды. 8-се июнь Башҡортостандың һәр ҡалаһында, ауылында мәҙәниәт усаҡтары, балалар баҡсалары, йәштәр хәрәкәте ошо көнгә арнап саралар үткәрҙе. Райондың тыуған яҡты өйрәнеү музейында ла халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһына арналған “Урал батыр эпосы – хазиналар һандығы” тип аталған квиз уйыны үтте. Сарала Әбйәлил районы ағинәйҙәре, Баймаҡ районының Темәс ауылы ағинәйҙәре, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхррире, республика ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева, “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм тәрбиәселәре ҡатнашты.

