Белорет металлургия комбинаты командалары 73-сө еңел атлетика эстафетаһында ике I урын ...
Белорет металлургия комбинаты командалары 73-сө еңел атлетика эстафетаһында ике I урын яуланы. Сарала 44 команда - ҡала предприятиеларынан, белем биреү учреждениеларынан һәм ойошмаларынан, шул иҫәптән йәмәғәт ойошмаларынан 500-ҙән ашыу еңел атлет ҡатнашты. Комбинаттың ҡатын-ҡыҙҙар командаһы бер нисә йыл дауамында ҡаланың еңел атлетика эстафетаһы лидеры булып килә. Был юлы төп көрәш БМК, "СтропКомплект" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм "Башкирэнерго" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Белорет электр селтәрҙәре бүлексәһе командалары араһында барҙы. Комбинат спортсылары сираттағы тапҡыр еңеү яуланы. Ир-егеттәр командалары араһында тәүге баҫҡысҡа эләгеү өсөн БМК, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 28-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу отряды һәм "СтропКомплект" заводының спорт коллективтары көрәште. Эстафета йомғаҡтары буйынса комбинаттың еңел атлеттары ла алтын яуланы. - Белорет металлургия комбинаты өсөн ҡала эстафетаһында ҡатнашыу - спорт ваҡиғаһы ғына түгел, ә корпоратив мәҙәниәттең мөһим өлөшө лә. Беҙ предприятие хеҙмәткәрҙәренең ҡала тормошонда әүҙем ҡатнашыуы һәм уның традицияларын яҡлауы менән ғорурланабыҙ. Быйыл Белорет металлургтары сираттағы тапҡыр үҙ берҙәмлеген, энергияһын һәм еңеүгә ынтылышын күрһәтте, - тине "БМК" акционерҙар йәмғиәтенең Персонал менән эшләү идаралығы директоры Олег Тертычный.