Ошо көндәрҙә ҡаланың балалар музыка мәктәбе үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләне.
Ошо көндәрҙә ҡаланың балалар музыка мәктәбе үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләне. Мәктәпкә 1951 йылда нигеҙ һалынған. Бөгөнгө көндә бында 39 уҡытыусы эшләй (уларҙың күбеһе ошо мәктәпте тамамлаған), 500-ҙән ашыу уҡыусы фортепиано, баян, аккордеон, скрипка, гитара, думбыра, тынлы һәм һуҡма инструменттар, ҡурай, синтезатор, вокал буйынса белем ала. Төп һөнәрҙәрҙән тыш, балалар музыка әҙәбиәте, сольфеджио һәм музыка теорияһын, ансамблдә уйнарға, аккомпаниаторлыҡ итергә өйрәнә, мәктәп, зона, республика, Бөтә Рәсәй конкурстарында һәм музыкаль-теоретик олимпиадаларҙа уңышлы ҡатнаша. 2014 йылда мәктәп 100 иң яҡшы Рәсәй балаларына өҫтәмә белем биреү ойошмалары федераль конкурсы лауреаты була. 2016 йылда “50 иң яҡшы балалар сәнғәт мәктәбе” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе була. 75 йыл дауамында мәктәп музыка сәнғәте традицияларын һаҡлап, йәш таланттарҙы йәлеп итеү үҙәге булып тора. Тулыраҡ https://ural-rb.ru/articles/m-ni-t/2026-05-29/muzyka-don-ya-ynda-75-yyl-4703842