Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы тамамлана.
Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы тамамлана. Өс көн дауамында Рәсәйҙең 47 төбәгенән 1 меңдән ашыу бала һәм үҫмер Өфөнө халыҡ ижадының үҙәгенә әйләндерҙе. Уларҙың сағыу сығыштары, милли кейемдәре һәм йырҙары менән таныштыҡ. Бөгөн Совет майҙанында фестивалде ябыу тамашаһында "Зәйнетдин" этно-шоу проектының сығышы көтөлә.