Үткән ял көндәрендә район биләмәһендә "Еңеүселәр һуҡмағы" хәрби-патриотик уйын үтте.
Үткән ял көндәрендә район биләмәһендә "Еңеүселәр һуҡмағы" хәрби-патриотик уйын үтте. Ярыш өсөнсө тапҡыр уҙғарылып, унда 16 команданан 150-гә яҡын спортсы ҡатнашты. Стартҡа Белорет, шулай уҡ Әбйәлил районы, Межгорье ҡалаһы, Шығай һәм Сермән командалары сыҡты. Көсөргәнешле көрәш йомғаҡтары буйынса урындар түбәндәгесә бүленде: I урын - Белорет күп профилле профессиональ колледжы II урын - 20-се мәктәп кадеттары III урын -Белорет иҡтисад колледжы Бындай уйындар Ватанға һөйөү тәрбиәләй, рух көсөн нығыта һәм командала эшләргә өйрәтә.