Кирәл тауы түбәһендә "Уралым" йыры яңғыраны.
Кирәл тауы түбәһендә "Уралым" йыры яңғыраны. Йәш йырсы Илдан Ғәниев Кирәл тауы түбәһендә "Уралым" йырын башҡарҙы. Был хаҡта үҙенең блогында Урал тауҙары амбассадоры Олег Чегодаев хәбәр итә. Тау башында ултырам, эргәлә бер егет йырлай башланы. Башҡорттоң яратҡан Уралы тураһында йыры, тыңлағыҙ, - тип үҙенең яҙылыусыларына мөрәжәғәт итте Чегодаев. Башҡарыуҙан һуң бөтәһе лә йырсыны алҡыштар менән бүләкләй.
78 просмотров