Һәйкәл тора. Имеш, һөйләйҙәр, — 9 мая 2026 г. в 09:02:25.947
Һәйкәл тора. Имеш, һөйләйҙәр, Был — билдәһеҙ һалдат һәйкәле. Билдәһеҙме ошо баҡыр кеше? Билдәһеҙме, хәтер, әйт әле?! Атакаға күтәрелдек бергә, Йыға һуҡты әжәл бер мәлде. Ваҡытлыса йәйә терелдем мин, Ул — мәңгелек һынға әйләнде. Ҡаршыһында түтәл-түтәл гөлдәр Изге ялҡын булып яналар, Баш өҫтөндә таңдан ҡоштар һайрай, Эргәһендә һайрай балалар. Ә артында уның сал бер ҡатын (Ил инәһе — улдыр, моғайын.) Нисәмә йыл инде өнһөҙ илай, һалҡын ташҡа терәп маңлайын. Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә, Бер битеңдә — моңһоу ай һаман, Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә, Бер күҙеңдән әсе йәш тама... Мостай КӘРИМ #беренселәр #брги #БРГИ1имениРамиГарипова

