9 май – Бөйөк Еңеү көнө. — 9 мая 2026 г. в 14:58:45.905
9 май – Бөйөк Еңеү көнө. Был дата бөйөк батырлыҡ һәм ватансылыҡ, ҙур ҡайғы һәм һуғыш ҡорбандарын иҫкә алыу, бөтә донъяны фашизмдан ҡотҡарған яугирҙарыбыҙҙың батырлыҡтары өсөн оло шатлыҡ һәм ғорурлыҡ кисереү символына әүерелде. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Бөйөк Еңеү көнө иртәһе йыл да ялан кухняһын ойоштороу менән башлана. Йола буйынса бөгөн дә гимназистар һәм хеҙмәткәрҙәр тәмле һалдат бутҡаһы менән һыйландылар. Уны ойоштороуҙа ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн Өфө ҡалаһы ҡала округының Янғын хәүефһеҙлеге идаралығына гимназия коллективы исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Бөтә ил менән 81-се Еңеү яҙын ҡаршылайбыҙ. Ошо уңайҙан гимназияла тантаналы линейка үтте. Был тантанаға хөрмәтле ҡунаҡтар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Алан Минулл улы Сарсымбаев, ” Ете ҡыҙ” йәмәғәт ойошмаһы ағзалары Ләйсән Флорит ҡыҙы Рабаҙанова, Азалия Дим ҡыҙы Баймырҙина, Юлдашева Эльмира Марат ҡыҙы саҡырылды. Ҡунаҡтар үҙ телмәрендә фашизмды еңгән Бөйөк Еңеүҙең әһәмиәте, уның миллионлаған ҡорбандар аша яуланыуын, баш особоҙҙағы күктең, илдең тыныслығы ни тиклем дә мөһим икәнлеген билдәләне. Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы оло байрам менән ҡотлап гимназия директоры Сәлихов Илнур Рифат улы сығыш яһаны. 10-сы класс егеттәренең һәм Шайморатовсыларҙың парад менән үтеүе, балаларҙың йыр һәм шиғыр менән сығыш яһауҙары сараға йәм өҫтәне. 9 май – илебеҙ тарихында һәр Рәсәй ғаиләһе өсөн изге көн. Ул – 45-се йылдың яҙында тыуған еренә күптән көтөлгән еңеү килтергәндәрҙең хәрби дан һәм илһөйәрлек, фронт батырлығы һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы, ҡаҡшамаҫ тотороҡлоҡ байрамы. Ватаныбыҙ өсөн йәнен аямаған герой-һалдаттарҙың исеме хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланасаҡ. Бәхетле киләсәк бүләк иткән ветерандарға дан һәм хөрмәт! Күктәребеҙ аяҙ, донъяларыбыҙ тыныс торһон! #беренселәр #брги #БРГИ1имениРамиГарипова

