АҠҠОШ ЙЫРЫ — 30 марта 2026 г. в 07:56:16.119
АҠҠОШ ЙЫРЫ Йөрәк әгәр ярһыу толпар булһа, Ауыҙлыҡлар алтын аҡыл бар. Ә елергә инде ирек ҡуйғас, Ары торһон алтын аҡылдар! Ары торһон көмөш йүгәндәрең, Ары торһон ебәк теҙгенең, Был донъяла аҡҡош йыры барҙа Яҙ итә бел, әйҙә, көҙ көнөн. Ҡабатланмай һис ни был донъяла, Был донъяла барыһы үтәсәк. Хәтерләргә тик иҫтәлек ҡалһын, Ахыр сиктә тик шул көтәсәк. Рәми ҒАРИПОВ.

