Башҡорт теленән региональ диктант 2015 йылдан Башҡорт дәүләт университетында үткәрелә ... — 17 апреля 2026 г. в 14:36:05.977
Башҡорт теленән региональ диктант 2015 йылдан Башҡорт дәүләт университетында үткәрелә башлай. 2019 йылда ул халыҡ-ара статусын ала. Был акция хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыу, телде үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итә. Республика башлығы Радий Фәрит улы Хабиров туған телде үҫтереүгә ҙур өлөш индереп кенә ҡалмай , даими ярҙам итеп , үҙенең шәхси ҡатнашыуы менән телебеҙгә ихтирам өлгөһөн дә күрһәтә. Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы, «Ватандаш» журналының баш мөхәррире, гимназиябыҙҙың сығарылыш уҡыусыһы Рәшиҙә Мәһәҙиева ошо проектҡа нигеҙ һалыусы кеше. Быйыл башҡорт теленән халыҡ-ара диктант 17 апрелдә үтте. Йыл һайын үткәрелгән был сарала беҙҙең уҡыусылар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, ата-әсәләр әүҙем ҡатнашты. Ҡатнашыусылар Башҡортостандыңхалыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафиндың әҫәренән алынған өҙөк буйынса «Беҙҙең көс» тексын яҙҙылар. Дикторҙар ролен педагогтар, мәртәбәле ҡунаҡтар башҡарҙы. Гимназияның төрлө йылдағы сығарылыш уҡыусылары Әлмирә Ҡыуатова, Рәшиҙә Мәһәҙиева, Артур Кәбиров, Рәйлә Ғиззәтуллина, Батырхан Хәмиҙуллин, Тамъян Ғәбитов, Вилена Колеганова, Нур Собханғолов, Алия Абдрахманова, Дилә Әхмәрова, телевидение хеҙмәткәре Минзиә Каспранова, артистар Тимур Рамазанов, Фәнис Рәхмәтов, Урал Ибатуллин, Шәһит Мифтәхитдиновтар башҡарҙы. Аҙағында һәр ҡатнашыусы сертификат менән бүләкләнде.

