29 апрель - Халыҡ- ара бейеү көнө! — 29 апреля 2026 г. в 07:02:40.504
29 апрель - Халыҡ- ара бейеү көнө! Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында гөрләп эшләп килгән "Аҡйондоҙ" бейеү ансамблен белмәгән кеше юҡтыр. Ул - гимназияла үткән һәр бер сараның, байрамдарҙың сағыу биҙәге булып тора. Республика кимәлендәге бейеү конкурстарында, фестивалдәрҙә ҡатнашып, ансамбль һәр саҡ призлы урындарҙы яулай, был ансамбль өсөн ғәҙәти күренеш. Халыҡҡа бейеүселәр «Байыҡ» телевизион конкурсы аша ла таныш. Ансамбль 2004 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнүәр Хәким улы Шафиҡов тарафынын ойошторолоп , әүҙем эшләп килә. Ошо ваҡыт арауығында әллә күпме егет-ҡыҙҙар бейеү ансамбленә йөрөп һәләттәрен асты, үҙҙәрен бейеү сәнғәтендә һынап ҡараны. Етәкселәре Әнүәр Хәким улы улар менән көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй, бар күңелен биреп эшләне һәм бик күп талантлы йәштәрҙе үҫтерҙе! "Аҡйондоҙ" бейеү ансамбле бөгөн дә тулы ҡанлы тормош менән йәшәй, ижад итә, тамашасыларын һөйөндөрә. Уҡыусыларҙың һәләтенә асылырға ярҙам иткән, юл ярған Әнүәр Хәким улы Шафиҡовҡа барлыҡ тамашасыларҙың рәхмәтен еткерге килә. Шулай уҡ ансамблдең яңы етәкселәре Такалов Алмаз Ильфат улын Исиргакова Эльвира Тайфур ҡыҙын, Рәхматуллина Рушана Мансур ҡыҙын да һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Халыҡ-ара бейеү көнөндә илаһи сәнғәткә, «Аҡйондоҙ»ға ҡағылышы булғандарҙың барыһына ла ҡотлау сәләмдәре юллайбыҙ! «Аҡйондоҙ»соҡтарға ижади үрҙәр, яңы бейеклектәр теләйбеҙ!

