Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы осоронда Рәми Ғарипов исемендәге 1- се Башҡорт республика ги... — 3 апреля 2026 г. в 11:58:00.263
Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы осоронда Рәми Ғарипов исемендәге 1- се Башҡорт республика гимназия - интернатында “Беренсе” полиолимпиадаһы үтте. Рәсәй Федерацияһы региондарынан, республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән йыйылған балалар башҡорт теле, рус теле, математиканан үҙ көсөн һынаны, белемен тикшерҙе, гимназияның тормошо менән яҡындан танышты. Йомғаҡлау сараһында һәр параллелдан, өс предметтан да юғары һөҙөмтәләр күрһәтеп, еңгән уҡыусыларға диплом, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Һәр ваҡыттағыса һынау тоторға килгәндәр араһында таланттар күп булды. Улар, үҙ сығыштары менән тиҫтерҙәрен ҡыуандырып, сараға йәм өҫтәне. “Беренсе” полиолимпиадаһында ҡатнашыусыларҙы ихлас ҡотлайбыҙ, иҫәнлек – һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ!

