Алтын көҙҙөң матур көндәре үҙенең матур яңылыҡтары менән ҡыуандырып ҡына тора. 26 сент...
Алтын көҙҙөң матур көндәре үҙенең матур яңылыҡтары менән ҡыуандырып ҡына тора. 26 сентябрь көнө Ағиҙел йылғаһы буйында Халыҡтар дуҫлығы Монументы янында Өфө ҡалаһы беренселегенә Милләттәр-ара кросс үтте. Беҙҙең еңел атлеттар унда уңышлы сығыш яһанылар. Үҙ тиҫтерҙәре араһында 2 километр араға йүгереүҙә Сынбулатов Ирхан(9г) ll урын яуланы, Ишегулов Гайсар(7д) -lV, Аҡбулатов Риаз (8а)-V урында булһа , Мусакалимова Регина(8в)-lVурын яуланы. Султангужин Вильдан (11а) дүрт километр арауығында ll урын, Камалиев Данияр(11д) lll урын яуланылар. Афарин!