Хөрмәтле уҡытыусыбыҙ Рәйлә Абдрахман ҡыҙын матур юбилейы - 65 йәше менән ҡотлайбыҙ. Был...
Хөрмәтле уҡытыусыбыҙ Рәйлә Абдрахман ҡыҙын матур юбилейы - 65 йәше менән ҡотлайбыҙ. Был тәжрибәле, аҡыллы, иғтибарлы , бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәгән уҡытыусыны күптәр белә, сөнки уның хеҙмәт юлы барышында бихисап уҡыусы унда белем алған. Һеҙҙең тәжрибәгеҙ һәм профессионализмығыҙ, аҡыл һәм сабырлығығыҙ сикһеҙ. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ һәм тырышлығығыҙ башҡаларға өлгө булып тора. Тыуған көнөгөҙ бөтмәҫ оптимизм сығанағы булып ҡалһын, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, гел шулай йәш булып ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ, тормоштоң бөтә өлкәләрендә лә уңыштар юлдаш булһын. Йөҙөгөҙҙәге бәхет сатҡылары тирә-йүндәгеләрҙе лә ҡыуандырһын. Уңышлы, сәләмәт, хөрмәтле һәм ихтирамға лайыҡ булып ҡалығыҙ!Уҡыусыларығыҙҙың, ата-әсәләрҙең рәхмәте, сағыу гөлләмәләре һәм ихлас йылмайыуҙары байрамығыҙҙың биҙәгенә әүерелеп, Һеҙҙе бәхет нурҙарына сорнаһын!