Бөгөн Башҡортостандың төп байрамы — БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ КӨНӨ билдәләнә!
Бөгөн Башҡортостандың төп байрамы — БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ КӨНӨ билдәләнә! 11 октябрь — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө! Был байрам тыуған еребеҙҙең рухи һәм мәҙәни мираҫы, күп быуатлы тарихы менән ғорурланған республика халҡының берҙәмлеген һәм милләт-ара татыулығын символлаштыра. Барығыҙҙы ла төп дәүләт байрамы – Республика көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек һәм именлек, тыныслыҡ һәм татыулыҡ, бәхет һәм изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ! Күктәребеҙ аяҙ, тыуған илебеҙ тыныс булһын! Республикабыҙҙың тыуған көнө менән! #Республикакөнө #беренселәр #брги #БРГИ1имениРамиГарипова