11 октябрь -Республика көнө. Ошо уңайҙан гимназияла тантаналы линейка үткәрелде . Бына...
11 октябрь -Республика көнө. Ошо уңайҙан гимназияла тантаналы линейка үткәрелде . Бынан 36 йыл элек, 1990 йылда, Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының Декларацияһы ҡабул ителә. Декларацияға ярашлы БАССР территорияһында ер, ер аҫты, тәбиғәт байлыҡтары, башҡа ресурстар, шулай уҡ бөтөн иҡтисади фәнни-техник потенциал фәҡәт республикала йәшәгән күп милләтле халыҡтарҙың милке тип табыла. «Республика көнө — ул ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамы. Был көндәрҙә үҙебеҙҙең ергә, тарихҡа, мәҙәниәткә ҡарата ғорурлыҡ һәм яуаплылыҡ тойғолары тағы ла көсәйә, Башҡортостаныбыҙҙа йәшәү, эшләү һәм уны сәскә аттырыу өсөн тырышлыҡ һалыу — һәр беребеҙҙең изге бурысы»,- тине директор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Азамат Закир улы Шәмсетдинов. 9 Г класы егеттәренең Рәми Ғарипов һәм Салауат Юлаев шиғырҙарын тасуири һөйләүе — үҙе үк батырлыҡ һәм илһөйәрлек дәлиле булып тора. Ә Арслан Якуповтың «Башҡортостан — тыуған илем» йырын башҡарыуы линейкаға йәм һәм дәрт өҫтәне. Бындай саралар уҡыусыларҙың күңелендә тыуған илгә ҡарата һөйөү тәрбиәләп кенә ҡалмай, берҙәмлек тойғоһон һәм милли үҙаңды нығыта. #беренселәр #брги #БРГИ1имениРамиГарипова