Ҡурай – башҡорт халҡының әләме, ораны, ҡеүәте, башҡорт халҡының йәне.
Ҡурай – башҡорт халҡының әләме, ораны, ҡеүәте, башҡорт халҡының йәне. 10 октябрь Башҡортостанда Ҡурай көнө тип билдәләнә. Ә ҡурай башҡорт өсөн - сакраль төшөнсә. Беҙ - уны, ул беҙҙе, халҡыбыҙҙы, данлай, күтәрә. Ҡурай сәскәһе республика гербына һәм флагына төшөрөлгән, республикабыҙҙа Ҡурайсылар союзы, Дәүләт ҡурайсылар ансамбле, Башҡорт милли музыка ҡоралдары оркестры булдырылған, Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика Ҡурай байрамы, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы, район һәм ҡалаларҙа Ишмулла һәм Сәйфулла Дилмөхәмәтовтар, Әҙеһәм Исҡужин һәм башҡа билдәле ҡурайсылар исемендәге бәйгеләр үтә. Күп урында ҡурайға һәйкәл ҡуйылған, мәктәптәрҙә ҡурай кластары асыла. Беҙҙең гимназияла ла Әҙһәм Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле эшләп килә . Ул танылған башҡорт ҡурайсыһы, педагог һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әҙһәм Исҡужин хөрмәтенә аталған. Ансамбль 2005 йылда гимназияла ҡурай класы асылыу менән бергә ойошторола. 2005–2010 йылдарҙа коллективты Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнүәр Шафиҡов етәкләһә, 2010 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем ансамблдең етәксеһе булып педагог, Башҡортостандың Дәүләт ҡурайсылар ансамбле артисы Вәсил Ришат улы Баймурзин тора. Коллектив репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары, боронғо оҙон көйҙәр һәм лирик маҡамдар урын алған. Ансамбль республика буйынса төрлө сараларҙа, бәйге-конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, юғары дәрәжәле урындар яулай. Байрам менән, Ватандаштар! #Денькурая #Курайкөнө