әңгәмәләшеп, оҡшаған студентын һайлап алып киткәндәр ҙә бар. “Юлдаш”тан бер заман 10-да... — 17 июня 2026 г. в 09:02:46.464
әңгәмәләшеп, оҡшаған студентын һайлап алып киткәндәр ҙә бар. “Юлдаш”тан бер заман 10-дан артыҡ кеше килеп төштө, йәш кадрҙар эҙләп... Таптылар... Тотош төркөмдөң һыпырылып эшкә барыуын көтмәгеҙ ҙә - булмаясаҡ. Беҙ студенттар менән дәрестә лә, дәрестән тыш та йыш һөйләшәбеҙ, эш урындары тәҡдим итәбеҙ. Күпселектең яуабы бер: “Ул аҡсаны мин өс көндә өйҙән ултырып ҡына эшләйем...”. Әйткәндәй, журналистика бүлегендә уҡыған студенттар дүрт йыл дауамында йыл һайын берәр айлыҡ практикаға ебәрелә. Әлеге мәлдә 70-тән артыҡ урында практика үтеү мөмкинлеге булдырылған, килешеүҙәр төҙөгәнбеҙ. Ана шунда ла күҙ һалырға була өмөтлөрәктәренә. Кире бормағыҙ һеҙ уларҙы. “Ите - һеҙгә, һөйәге - беҙгә!” тиҙәрме әле?! Шулай ҙа артыҡ ҡаҡмағыҙ, йәме, бала ғыналар әле... Журналистиканан күңелдәре ҡайтмаһын. Һеҙҙең кеүек шәп журналистар булып китһендәр! Йыл һайын, әҙерлек кимәлдәренә ҡарамайынса, беҙҙең студенттарҙы практикаға ҡабул иткән, түҙемдәре етеп эшкә өйрәткән хөрмәтле коллегаларыбыҙға ҙур рәхмәт! Ә бына үҙебеҙҙең элекке сығарылыш студентының өсөнсө һорауына яуап ҡәтғиерәк яңғыраһа, үпкәләмәҫтер, моғайын. Яуап журналистика кафедраһы ағзалары исеменән дә булыр... “Ашаған табағыңа төкөрмә!” тигән бик урынлы әйтем бар халҡыбыҙҙа. Үҙеңде уҡытҡан уҡытыусыларҙың белем кимәлен түбән баһалау кеүек ҡабул ителде “яҡшы журналистар әҙерләнмәй” тигән фекер.Медифорум барған залда түңәрәк өҫтәл артында фекер алышҡандар араһында ла, хөрмәтле делегаттар араһында ла беҙҙең факультетты тамамлағандар күпселекте тәшкил итә ине. Ошо һорауҙы ишетеп ултырҙылар, ҡайһылары минең менән телефон аша бәйләнешкә инде: “Уңайһыҙ булды...”, - тиҙәр. Һуңғы йылдарҙа беҙ журналистика кафедраһын ғәмәли журналистар менән тулыландырыуға ныҡ иғтибар бирәбеҙ, йәғни әлеге мәлдә медианың төрлө өлкәләрендә уңышлы эшләп йөрөгән коллегаларыбыҙҙы уҡытыу эшмәкәрлегенә йәлеп итәбеҙ. Телевидениенан Рөстәм Ғәббәсов, Гөлдәриә Йосопова, Наил Юнысов, Роза Хәбибуллина, Эльвира Ямшанова, матбуғат өлкәһенән Лариса Абдуллина, Юлиә Хәлиуллина, Кристина Андрианова, Светлана Беллендир, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығынан Марат Ғәзизов, “Башинформ”дан Владимир Шакиев – йәмғеһе 11 кеше журналистика өлкәһендәге һуңғы яңылыҡтар, технологиялар менән таныштыра. Кафедра штатындағы университет белгестәре ни бары 6 ғына, йәғни уҡытыусыларҙың 2\3 өлөшөн практиктар тәшкил итә. Инде улар ҙа студенттарҙың әҙерлек кимәленә ыңғай йоғонто яһай алмаһа, кемдән ярҙам көтөргә һуң?! Кем ғәйепле?! Журналистика өлкәһендә уңыш ҡаҙанған, уртаҡлашырлыҡ тәжрибәһе булған хөрмәтле коллегаларыбыҙ лекция уҡырға йыш килә, һеҙҙе студенттар менән осраштырырға беҙ һәр саҡ әҙербеҙ. Даими дуҫтарыбыҙға ҙур рәхмәт! Риторик һорауҙар биреп кенә йәштәрҙе редакцияларға йәлеп итеп булмай... Һеҙҙең өлгөгә ҡарап, һеҙҙеңсә мәҡәләләр яҙырға, тапшырыуҙар әҙерләргә, материалдар тупларға ынтылып килһендәр улар. Эш хаҡын күтәреү мәсьәләһе – әлбиттә, төп һорау, әммә ул беҙҙән тормай..."

