#фекер — 17 июня 2026 г. в 09:02:46.183
#фекер Гөлфирә Абдуллина, Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор: "Кисә медиафорумда ҡатнаштым. Бишенсе тапҡыр үткәрелгән абруйлы сараның береһен дә ҡалдырғаным юҡ. Коллегалар саҡырып торалар, ҙур рәхмәт. Һәр форумда йәш журналистар әҙерләү мәсьәләһе күтәрелә. Аңлашылып тора, һәр кемебеҙҙе, айырыуса милли журналистика өлкәһендә эшләгәндәрҙе, борсоған етди һорау ул. Быйыл да бер абруйлы гәзиттең баш мөхәррире ошондай дәғүә белдерҙе: “1. Беҙгә эшкә килмәйҙәр. 2. Практикаға килгән студенттарҙың әҙерлек кимәле түбән. 3. Ғөмүмән, университетта яҡшы журналистар әҙерләнмәй”. Әйткәндәй, ошо һорау бирелгәндә факультеттың өс студенты (Алмаз Нуретдинов, Алһыу Хәмитова, Алһыу Шәйҙуллина), кемеһе микрофон, кемеһе камера тотоп, медифорум барған залда йүгереп йөрөп эшләй ине... Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистика бүлегендә белем алған студенттарҙың кимәле түбән булыуы менән килешмәне, улар менән йыш ҡына төрлө сараларҙа аралашыуын миҫал итеп килтерҙе. Һәм беҙ әйтергә теләгән иң мөһим фекерҙе еткерҙе Радий Фәрит улы: университет тамамлағанда бер кем дә әҙерлекле белгес булмай, уларҙы эшкә өйрәтеп алырға кәрәк, үҙебеҙгә әүҙемерәк булыу зарур. Мин дә “студенттарҙың кимәле түбән” тигән фекер менән килешмәйем. Әлбиттә, уларҙың араһында төрлөһө осрай. Элек тә шулай булған, хәҙер ҙә. Фекерле, идеялы, мәғлүмәтле йәштәр менән бер рәттән был йүнәлештә уҡыуҙы модалы итеп күргән осраҡлылары ла бар (улары үҙҙәренең бер ҡасан да һөнәре буйынса эшләмәйәсәктәрен йәшермәй ҙә). Журналист һөнәрен матур кейенеп, биҙәнеп-төҙәнеп камера алдында әҙер тексты уҡып ултырған һылыу ҡыҙ йәки ҡупшы егет итеп күҙ алдына килтереп уҡырға килгәндәре лә юҡ түгел. Ҡулынан килерҙәй ҡаратырыштары тәүге курстан уҡ тиерлек һөнәре буйынса эшкә урынлаша: күбеһе онлайн эшләй, хатта бер нисә эштә бер юлы йөрөгәндәре бар. Күптәре депутаттарҙың, етәкселәрҙең социаль селтәрҙәрен алып баралар. Шулай ҙа рәсми рәүештә эшкә урынлашырға ашыҡмайҙар... Ҡайһылары телевидение, радио тирәһенә ынтыла, бер-ике аҙнанан уҡ, түҙмәйенсә, кире ҡайтҡандары ла, ерегеп, берегеп киткәндәре лә бар. Был тәбиғи күренеш.. Журналист булып китеү еңел түгел... Матбуғат вариантын һайлағандары һуңғы осорҙа бөтөнләй юҡ тиерлек, бында кафедра уҡытыусыларын ғәйепләү урынһыҙ: уҡыу пландарында матбуғатҡа, хатта милли матбуғатҡа ҡағылышлы дәрестәр ҡаралған, бер кем дә студенттарҙы гәзит-журналдарға эшкә бармағыҙ, тип өгөтләмәй, киреһенсә, ситуацияны аңлап (хатта мәжбүри рәүештә) редакцияларға практикаға ебәрәбеҙ (юҡһа бөтәһенең дә телейондоҙ ғына булғыһы килә...). Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, сит илдәрҙән килеп уҡыйҙар беҙҙә. Уҡыуҙарын тамамлағас, үҙҙәренең яғына ҡайтып киткәндәр ҙә байтаҡ. “Практикаға килгән студенттарҙың кимәле түбән” тигән ғәйеп ташлау ҙа урынһыҙҙыр беҙгә һорау биргән хөрмәтле баш мөхәрриргә. Һеҙгә ТАНЫШЫУ (ознакомительная) практикаһына БЕРЕНСЕ курс студенттары килде. Улар әлегә журналистика буйынса махсус предметтарҙы уҡый ҙа башламаған әле. Әйткәндәй, ул гәзит редакцияһына 5 студентты ебәргәйнек, “беҙ һеҙҙең менән нишләйек”, тип дүртеһен кире борғандар. Бына бит һеҙгә әҙер материал, “әүәләп”, үҙегеҙгә яраҡлы итеп тәрбиәләп алығыҙ! Тәжрибәле журналистар шулай эшләй ҙә... “Тамыр”ҙан Гөлназ Фәрит ҡыҙы, “Киске Өфө”нән Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы, “Ватандаш”тан Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы, “Ҡурай”ҙан Рита Ришат ҡыҙы, “Йәшлек”тән Артур Хәсән улы, “Юлдаш”тан Миләүшә Ҡасим ҡыҙы, БСТ-нан Наил Тәлғәт улы һәм башҡа коллегалар: “Беҙгә ебәрегеҙ балаларҙы, үҙебеҙ өйрәтеп, үҙебеҙсә эшләргә күнектерербеҙ”, - тип торалар. Ысынында ла шулай бит. Кем генә тота килеп һөнәрмән булып китһен! Үҙебеҙ ҙә аудиторияла ултырып ҡына эшкә өйрәнмәнек тә һуң! Әҙерәк ҡағыла-һуғыла, өлкән коллегаларҙың ҡәтғи генә тәнҡитен ишетмәйенсә, башҡаларҙың эшләгәнен күрмәйенсә үҙ эшеңдең оҫтаһы булып китеү икеле. Унан һуң, редакцияла әҙер кадр көтөп ултырыуҙан да фәтүә юҡтыр. Кемгә алмаш кәрәк, оран һалып, беҙгә осрашыуға килеп,

