✅Башҡортостанда 18, 19 һәм 20 сентябрҙә һайлау барышында «Рәхмәт» традицион акцияһы үтк...
✅Башҡортостанда 18, 19 һәм 20 сентябрҙә һайлау барышында «Рәхмәт» традицион акцияһы үткәрелә. Һайлау участкаһына килгәндәргә купондар тапшырыла. ✅Был юлы ташламалар ғына була: бер ниндәй ҙә бүләктәр уйнатылмай. Купонды теркәргә кәрәкмәй. Унда акцияның сайтына (рахмат2026.рф) күсеү өсөн QR-код урынлаштырылған, сайтта партнерҙарҙың тулы исемлеге һәм акцияның шарттары менән танышырға мөмкин. Хәйбулла районындағы партнерҙар - һүрәттә. ✅Бер ҡайҙа ла исем-шәрифте, паспорт мәғлүмәттәрен, телефон номерҙы яҙырға кәрәкмәй. Әгәр һеҙгә кемдер шылтыратып, үҙен акцияны ойоштороусы тип таныштырһа, ниндәйҙер мәғлүмәттәр, СМС-кодтар һораһа, бер нәмә лә әйтмәгеҙ - һеҙ мутлашыусылар тоҙағына эләүегеҙ ихтимал. ✅Ойоштороусылар әйтеүенсә, әгәр купонды алмаһалар, уны ҡабаттан ҡулланырға мөмкин. Ташлама ошо ҡағыҙ купонды күрһәткән осраҡта бирелә. 📍"ХАЙБУЛЛА" каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/channel_haibulla