Һаумыһығыҙ серҙәштәр! Зинһар анонимно булһын инде. — 1 октября 2026 г. в 09:00:04.745
Һаумыһығыҙ серҙәштәр! Зинһар анонимно булһын инде. Мин дә үҙ ҡайғы- хәлемде яҙып уткем килә. Мин ирем менән 15 йыл бергә йәшәйбеҙ. Өс бала үҫтерәбеҙ. Өсөнсө балаға ауырлы булғанда, әсәйемә ҡунаҡҡа ҡайттым. 2 көн үткәс, кире килдем (т.к. учетта тора инем, күренергә кәрәк ине). Өйҙә тормош иптәшем бер үҙе генә ҡалды, сөнки ул эшләй ине. Ҡайтып кергәс, ул мине көтмәгән ине, аптырап китте. Мин бер ни булмағандай, өйгә индем. Сәй ҡайнатып йөрөй инем, ишеккә берәү туҡылдата. Асһам, күрше әбей әйтә, һинең әйберҙәрең (женские вещи) ағас башында эленеп тора ти. Аптырап киттем, т.к. мин әйберҙәр элмәгән инем һәм балкондан төшөрлек түгел ине. Шул арала ирем, йүгереп сығып китте. Мин балкондан барып ҡараһам, ағас башында ҡатын ҡыҙ әйберҙәре эленеп тора. Миңә шундай шок булды. Эҫе һыу менән ҡойған кеүек булды. Ирем кире кергәс, һорарға булдым, ул бер һүҙ ҙә өндәшмәй эшкә сығып китте.Мин илап ултырып ҡалдым. Киттем уның эшенә, барып саҡыртып алдым. Эшеңдән һорап сыҡ, сөйләшеп алайыҡ тинем. Шул һорайым үҙенән, нимә ул, кем ул тип. Ул әйтә, что ул МИН. Мин аңламайым, оказывается ул ҡатын ҡыҙ әйберҙәрен кейеп йөрөй икән.(Трансвист). Миңә шундай шок булды, еще етмәһә ауырлымын. Минең йәшаһе килмәй китте... Ул әйтә инде, хәҙер что ташланым мин ундай ғәҙәтте, сөнки психология изучать иттем, аңларға теләнем ҡатын ҡыҙҙы тип. Уның смс-тарын уҡыным, ирҙәр менән аралашҡанын. Фотоларын да күрҙем ҡатын ҡыҙ булып кейенгәнен. Шулай итеп ике йыл ваҡыт үтте... уға ҡарата ышаныс, уважение юғалды... Мин үҙем де күрә алмаҫлыҡ хәлгә еттем. Хәр ваҡыт илайым, нисек йәшәргә белмәйем... Хәҙер һәр ваҡыт подозревать итеп йашәйем, сөнки мин уға ышанмайым.Айырылышыр инем, өс бала менән ҡайҙа ғына барайым... кәңәшләшер кешем юҡ, шуға һеҙҙән кәңәштәр көтөп ҡалам. Иногда, балаларҙы алып үҙемде бейек ҡаянан ырғатыһы килеп китә....