Хәйерле көн! Был һорауым, нигеҙҙә, ҡатын-ҡыҙҙарға. Ир-аттар ҙа комментарий яҙмай ҡалмаҫ...
Хәйерле көн! Был һорауым, нигеҙҙә, ҡатын-ҡыҙҙарға. Ир-аттар ҙа комментарий яҙмай ҡалмаҫ тип уйлайым. Ике йыл самаһы инде тормош иптәшемә ҡарата һыуындым. Әлбиттә, быны уға һиҙҙермәйем, тик был хәл минең психикама бик ныҡ кире йоғонто яһай. Бер диндәге бер ханым: «Иреңә иғтибарҙы арттыр, күберәк бергә булығыҙ» һәм башҡа шундай кәңәштәр бирҙе. Ҡайһы берҙәре ярҙам иткән кеүек, ҡайһылары – юҡ. Мәҫәлән, ул ашаганда сәпелдәтә. Ваннаға инеп йыуына башлаһа, ҡырына, йыуынғандан һуң минең алдымда тик трусик менән генә йөрөй. Сәбәптәр бик күп. Ошоларҙың барыһы ла мине раздражает, хатта ерәндерә, тип әйтергә була. Элегерәк мин был нәмәләргә бөтөнләй былай реакция яһамай инем. Үҙем дә аңламайым, миңә нимә булды икән? Иң ауыры – төнгө йоҡо. Йоҡларға ваҡыт етһә, үҙемде язаға барған кеүек тоям. Уға ҡағылғым да килмәй. Ә ул тыныс ҡына йоҡлап китә, уның ҡырылдауынан мин төндөң яртыһын йоҡлай алмай үткәрәм. Беҙҙең бер бүлмәле фатир, шуға күрә айырым йоҡлау мөмкинлеге лә юҡ. Өҫтәүенә, айырым ятһаң, ул быға үпкәләп, тауыш сығара. Мин инде: бәлки, был климакс осоро менән бәйлелер, тип уйлай башланым. Әле климакс өсөн дә иртәрәк кеүек. Был үтеп китә торған нәмәме икән? Шундай хәлдә булған ҡатын-ҡыҙҙар бармы? Һеҙҙә нисек булды?