Хәйерле кис! Нишләргә икән? Ҡыҙыма 15 йәш. Яңыраҡ ҡына уларҙың мәктәбенә яңы физкультур...
Хәйерле кис! Нишләргә икән? Ҡыҙыма 15 йәш. Яңыраҡ ҡына уларҙың мәктәбенә яңы физкультура уҡытыусыһы килде — ни бары 22 йәшлек, йәш һәм сибәр егет. Шул көндән алып өйөбөҙҙә лә, ҡыҙымдың тормошонда ла тыныслыҡ бөттө. Ҡыҙым дуҫ ҡыҙҙары менән шул йәш уҡытыусы артынан көнө-төнө йөрөй башланы. Һәр тәнәфестә спортзал тирәһендә һағалап торалар, дәрестән һуң өйөнә тиклем күҙәтәләр, интернеттағы бөтә социаль селтәрҙәрен табып, ҡарап ултыралар. Мәктәпкә макияж яһап, биҙәнеп йөрөй башланы, ә уҡыуы бөтөнләй икенсе планға күсте. Башында тик шул егет кенә. Ҡыҙым әле бик йәш, үҫмер осоро бит. Берәй яңылыш аҙым яһарҙар, үҙҙәрен насар яҡтан күрһәтерҙәр йәки йәш уҡытыусыны ла уңайһыҙ хәлгә ҡалдырырҙар тип бик ҡурҡам. Ҡыҙыма тыныс ҡына, аҡыл менән аңлатырға тырыштым, ләкин ул үпкәләп, ҡолаҡтарын яба, мине хатта дошманы кеүек күрә башланы. Балаға зыян килтермәйенсә, уның менән мөнәсәбәттәрҙе боҙмайынса ғына был фанатизмды нисек туҡтатырға? Кәңәш бирегеҙ әле. Аноним.