Бер ир кеше эштән һуң таксила пассажирҙар ташыған. Был шөғөл ныҡ ҡына арытһа ла, кредит...
Бер ир кеше эштән һуң таксила пассажирҙар ташыған. Был шөғөл ныҡ ҡына арытһа ла, кредит, алимент түләр өсөн аҡса кәрәк булғас, эшләргә мәжбүр була. Бер мәл төнгө клуб эргәһендә өс ир ҡала ситенә алып барыуҙы һорайҙар. Бының өсөн 550 һум аҡса тәҡдим итәләр. Йыраҡ ара өсөн был аҙ сумма булһа ла, оҙаҡ ҡына заказ булмай торғанға ир кеше ризалаша. Ике ир артҡа ултырыу менән йоҡлап китәләр. Ә ирҙең эргәһенә ултырғаны уныһын-быныһын һөйләй башлай. Фонарь яҡтыһында уның ҡалын алтын себе, яҡшы кейеме күҙгә салына. - Бай иргә оҡшаған, шул тиклем араға шунса ғына аҡсаһы бар, тип уйлауы була, теге уның уйын уҡыған һымаҡ:- Бына клубта аҡсаға уйнаған инек, бар аҡсаны һыҙырып алып ҡалдылар, тип әйтеп һала. Шунан үҙен бизнесмен, тип таныштыра. Юридик документтар менән бәйле һорауҙар тураһында һөйләй башлай. Ир кеше төп эшендә юрист булып эшләгән була, шуға ул был һөйләшеүҙә әүҙем ҡатнаша. Шулай һөйләшеп килә торғас, теге пассажир ирҙән үҙе тураһында һөйләүен һорай. Сит кешеләр алдында артыҡ һөйләүҙе хуп күрмәйенсә, тәүҙә ипләп кенә һүҙҙе икенсгә бормаҡсы итә, тик юлсы нисектер үҙенекенә ирешә. Ир үҙенең эшен асып янғанын, кредитын түләр өсөн таксила эшләргә мәжбүр булыуын, шулай уҡ алимент түләгәнен әйтеп һала. Ҡала ситендәге йортҡа килеп еткәс, был юлсы : теләгәнеңде һора, ярҙам итәм, минең биргән аҡсаға бар ауырлыҡтарҙан ҡотолорһоң, тип әйтеп һала. - Рәхмәт,мин үҙем йырып сығымын, тигән яуап алғас, юлсы уға исемләп өндәшә: - Ғ., һин минең аҡса менән байырһың. Бындай шанс һәр саҡ булмай, ҡуллан, ти. Ир үҙенең проблемаларынан ҡотолорға теләһә лә, шул саҡ уға исемләп өндәшкәнгә ниндәйҙер шик баҫа ,исемен әйтмәгән була, һәм ул тыныс ҡына: тәҡдимегеҙгә рәхмәт, тик миңә юл аҡсаһын ғына түләгеҙ ти. Шул ваҡыт теге пассажирҙың йылмайып торған йөҙө ҡот осҡос асыулыға әйләнә. Йән асыуы менән аҡсаны ырғытып, машинанан сығып китәләр. Ирҙе хәүеф баҫа, тиҙерәк был ерҙән ҡасаһы килә. Тиҙ генә ҡайтыр яҡҡа борола, тик таныш юл ҡайҙалыр юҡҡа сыға. Оҙаҡ ҡына таныш булмаған ерҙә аҙашып йөрөгәндән һуң, трассаға килеп сыға. Өйөнә ҡайтып еткәс саҡ тыныслана ул һәм шунда ғына йәндәр артынан һунар иткән ендәр менән осрашҡанын аңлап, уның тәҡдименән баш тартырға башы еткәненә ҡыуана.