Ҡалала эшкә урынлашам тип ике туған ҡустым килгәйне беҙгә.Иртәнсәк эшкә сығып киттем.Ба...
Ҡалала эшкә урынлашам тип ике туған ҡустым килгәйне беҙгә.Иртәнсәк эшкә сығып киттем.Балалар,кәләш,ҡусты өйҙә ҡалдылар.Кис ҡайтып индем дә,ишекте асайым ғына тигәйнем,бер нимә шағыр-шоғор килә.Ипләңкерәп тыңлайым-диван!Йөрәгем жыу итеп ҡалды,күҙ алдарым ҡараңғыланды.Кит,булмаҫ!Минең кәләшем һәм ҡустым!Нимә эшләргә?Инәм дә үлтерәм икеһен дә!Ә балалар?Башта мең төрлө уй сыуала. Ныҡлабыраҡ тыңлайым.Ысынлап та диван шығырлай.Ана кәләш иркәләп кенә хәбәр һөйләй.Көлөшөп алдылар.Ә диван һаман шағыр шоғор.Асырғамы-асмаҫҡамы ишекте?Көн дә иртән яратам,имен генә йөрө,тип ишек төбөндә үбеп,ҡосаҡлап оҙатып ҡалған кәләшем!Нимә генә етмәне икән һиңә?Мин ҡайтһам,балалар менән ишек төбөнә йүгереп килеп,урраа,атайыбыҙ ҡайтты,аллаға шөкөр,тип ҡосағын йәйеп ҡаршы алған кәләшем...Хәҙер ишекте асһам нимә буласаҡ?Шау-шоу,үлтереш,балалар илауы,үҙем сығам да аҫыланам...Ипләп кенә ишекте асам.Диванда шағыр шоғор килеп кәләшем менән ҡустым игеҙәк малайҙарымды аяҡтарына ултыртып бәүетеп ултыралар!Уфф,ҡырҡ үлеп терелдем бит мин,ошо биш минут эсендә!Кәләшем мине күреү менән йүгереп килде,урраа,атайыбыҙ ҡайтты,аллаға шөкөр!Аллаға шөкөр!Мин алйотто ғәфү итегеҙ