🎭 Малаяҙҙа МХО геройы, спектаклдең прототипы менән осраштылар — 24 сентября 2026 г. в 07:12:24.656
🎭 Малаяҙҙа МХО геройы, спектаклдең прототипы менән осраштылар Район мәҙәниәт йортонда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, "Ханыч" позывнойлы Эльвир Роберт улы Ханов менән осрашыу үтте. Нәҡ уның яҙмышы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин ижад иткән "Бер ғүмер етмәй икән..." драматик поэмаһының нигеҙенә һалынған. 📖 Осрашыуҙа почётлы ҡунаҡтар ҡатнашты: район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, әҫәр авторы Мөнир Ҡунафин, театр директоры Рәфис Мөхәмәтйәнов һәм спектакль режиссёры Рөстәм Хәкимов. Улар әҫәрҙең барлыҡҡа килеү тарихы, уның идеяһы һәм төп фекере тураһында һөйләне. Тамашасылар әүҙем һорауҙар бирҙе – әңгәмә йәнле, ихлас һәм мөһим булды. ❤️ Был осрашыу – мәҙәниәт менән геройҙар тураһындағы хәҡиҡәттең ҡулға-ҡул барыуының тағы бер дәлиле.