🏆Арҡауыл ауыл биләмәһенең ирекле янғын һүндереү командаһы республика смотр-конкурсында... — 23 сентября 2026 г. в 12:36:32.651
🏆Арҡауыл ауыл биләмәһенең ирекле янғын һүндереү командаһы республика смотр-конкурсында беренсе урын яуланы! ✅“Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы ирекле янғын һүндереү командаһы” республика смотр-конкурсы бөгөн “Патриот” паркында үтте. 🧑🚒Команда составына Азат Маликов, Илнур Хужин, Алис Фәйзуллин инде. Арҡауыл ауыл биләмәһе башлығы Замир Ғәлиуллин командаға ярҙам итте һәм оҙатып барҙы. Улар 34 команда араһында ярышып, почетлы беренсе урын алды. 🚒Еңеүсе команда Кубок, миҙалдар, Диплом һәм янғын автомобиленә сертификат менән бүләкләнде. Ҡотлайбыҙ! Афарин! 👉“Йүрүҙән”дең МАКС каналына ҡушылығыҙ