⚡️Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта сауҙа үҙәгендә янғында кешеләрҙең һә... — 22 сентября 2026 г. в 13:29:36.708
⚡️Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта сауҙа үҙәгендә янғында кешеләрҙең һәләк булыуына бәйле ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе. “Стәрлетамаҡта “Ҡояшлы” сауҙа-сервис комплексында янғынды һүндереү дауам итә. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һәм республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғын һүндереү расчеттары, башҡа оператив һәм ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Асыҡ ут һүндерелде. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, сауҙа үҙәгенән 17 кеше эвакуацияланған, дүртәүһе дауаханаға оҙатылған, хәҙер уларға тейешле ярҙам күрһәтелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дүрт кеше һәләк булды, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Бөгөн урында ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия йыйыла. Бөтә яуаплыларға фажиғә ҡабатланмаһын өсөн яҡын арала ошондай үҙәктәрҙе тикшерергә ҡушам”. 📸Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.