Александр ШЕЛЬДЯЕВ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғ... — 23 сентября 2026 г. в 11:45:19.847
Александр ШЕЛЬДЯЕВ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә. Был хаҡта бөгөн оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. 💼Александр Николаевич Шельдяев 2022 йылдан Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры булып эшләй. Ул 1981 йылдың 14 мартында Һарытау өлкәһенең Карловка ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында һөнәри әҙерлек үткән. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры. ✅Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Андрей Назаровтың кандидатураһын Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе вазифаһына тәҡдим итте. 📸Фото: “Башинформ”.